21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.
Белгестәр әйтеүенсә, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй, рустар -110 милллиондан ашыу, татарҙар – 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар -1 миллион 400-әр тирәһе.
“Теле барҙың -иле бар”ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һәр халыҡ үҙ телен яратһын, ҙурлаһын, үҙ телендә аралашһын. Телебеҙ бөтә икән, илебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Бөгөн, шул уңайҙан, Балалар моделле китапханаһында балалар һам Вәлиева Әльфия Фәһим ҡыҙы, уҙ туған теленда шигырҙар уҡыны.